Творчество моей мамы Узянбаевой Гульнур...

Читайте в  комментариях


Рецензии
Гөлнур Үҙәнбаева

Йәшәү -йәшнәү.

Бер шағирҙың әйткән һүҙе был.
Һиндә сәм уятһа-доға ҡыл.
Ғәм уятһа,тағы доға ҡыл.
Йәшәү уты,йәшәү һуты был.
Йәшнәп йәшәү -донъя ҡото- бел!
Һөйҙөргән дә,көйҙөргән -тел!
Ялҡынлы һүҙ күҙҙә сағыла,
Ялҡынлы һүҙ-ҡылыс һабы ла.
Тел арҡылы -дуҫтар табыла,
Тел арҡылы йөрәк ҡабына
Тағы ла.тағы ла, тағы ла.
(9май2016)

Йәш һәм ҡоро утын хаҡында.

Яна алмай ятҡас йәш утындар
Араһына ҡоро ташланым,
Гөлт итеп тә китте утындарым,
Ялҡын өҫтәүемә шатланып.

Йәштәр,һүҙем һеҙгә:йылы етмәй,
Һыуынһағыҙ әгәр үҙ-ара,
Арағыҙҙа бер ҡарт -ҡоро булһа,
Уңалыр ҙа,бәлки,туң яра.
(1ғинуар 2012йыл.)

***

-Был донъяла нимә күп?
- Ялған күп.
Был донъяла биргәндән
-Алған күп.

***

Яҙҙар яҡынлаша...Ҡояш апай
Салт йылмайып,тәҙрәләргә баға.
Сирыҡ-сирыҡ килеп турғайҙарым
Шатланышып осоп ,ҡанат ҡаға.
Яҙ, йылмайып,тәҙрәлргә баға.
Сигенәләр ҡышҡы бурандар,
Ҡарҙан әрселәләр урамдар.(15.02.2015)

***

Йәшәүҙең мин йәмен татып тоям
Тик эш менән үткән арҡылы.
Арыу талыу баҫҡан ҡул аяҡтар
Иҙерәп йоҡлар өсөн
Йыйып һуңғы көсөн ,
Иртәгеһен уйлап,ҡоймаҡ ҡоя.
Бына иртән ҡоймаҡ эстәренә
Һутлы ҡайнатма ла яғылыр,
Кәзәм һөтөн һалып,сәйҙәр эсһәм,
Кәрем артыр,тәнем яҙылыр.
Кисен тағы шиғыр яҙылыр.(13.10.2014)

***

Диалог.

Егет: Күңелем ҡоҙоғонан һыу алһаң,
Һөйөү гөлөң шиңмәҫ,Күҙ алмам.
Яҙҙар булып ҡайт һин яныма.
Һине күрмәй һис тә
Түҙә алмам.

Ҡыҙ: Яндарыңа ҡабат бара алмам.
(Өҙөлгәндәр инде пар алма.)
Йөҙҙәреңә,зинһар,һары алма.
Мөхәббәтең һаҡла,таралма...

***
Эй,кешеләр,беҙҙе төйһәгеҙ ҙә,
Бирешмәбеҙ.Хаҡлыҡ,аҡлыҡ яҡлап,
Аҡ кейеҙҙәй беше була бара
Ауырлыҡтар күрә -күрә кеше.

Туйындыра бары изге эше
Урлыҡ,бурлыҡ - хурлыҡ!
Ҡайҙа бар һуң һере
Беҙҙең ише?
Доға итеп изге ерен,һыуын
Һаҡлап,яҡлап килде нисә быуын?!
Күтәрәйек әле хаҡлыҡ тыуын!
Екһенмәһен ине килер быуын.
Күҙҙәремә йәштәр төйөлгәндә,
Һығылып та сыҡҡан күҙ йәштәре
Саф гәрәбә булып түгелгәндә
Бушап ҡала кеүек күңел күгем.(15.02.2015)

Йәй тантана итә...Июнь айы.
Болон сәскәләргә күмелгән.
Әйтерһең дә,ер күкрәген биҙәп
Сәскәләрҙән ҡашмау үрелгән.
Болон сәскәләргә кумелгән.

Ағиҙелдә,төшөп,һыу ҡойондоҡ,
Йәшлек дәртен һыуҙа ағыҙып.
Тик баҫырға мөмкин инеме һуң
Йөрәктәге ярһыу ҡойондо?..

Ул сағында йәшлек мәңге төҫлө,
Ғүмер үтмәҫ кеүек тойолдо.
Томбойоҡтоң һары һағыштары
Тәңкә булып,ергә ҡойолдо.

***

Һандуғастар ҡасты был яҡтарҙан
Бөркөт ҡанат ҡаҡмай был илдә.
Аҡбуҙаттар һыулар һыу ҙа аҡмай,
Һайынылар бында барыһы ла:
Янып -көйрәп ята ҡылғаны ла
Ирәндектең мәғрүр башында.
Үрт һалыуҙан,ана,ҡарайттылар
Һылыу ҡайындарҙың башын да.
Хөкөм һөрә бында түбән хистәр
(Шайтан һыуынандыр алып көстө).
Бар булмышы береһен береһе отоу,
Ошо буламы икән йәшәү ҡото?
Һайыҡтылар хис -тойғолар...
Тәбиғилек китте.
Ят үҙ итте
Беҙҙең йомшаҡлыҡты.
Ҡамсы менән өйрәтәләр
Баш бирмәгән атты.

Ят,тигәнем -кем икән?
Яҡшы менән яманды
Дөрөҫ менән ялғанды
Айырмаған -шул икән,
битараф йән шул икән.

Гөлнур Үҙәнбаева шиғырҙары

Ямиля Гагарра   15.03.2023 22:26     Заявить о нарушении